16 июндә Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар һәм йәш сәсәндәр конкурс-фестивале барышында «Эпос. Ваҡыт. Халыҡ» халыҡ-ара конференцияһы уҙа. Конференция эшендә «Манас» эпосын өйрәнеүсе күренекле белгес, танылған сәсән, К. Тыныстанов исемендәге Ысыҡкүл университетының почетлы профессоры Талантаалы Баҡчиев ҡатнаша.
Конференцияла билдәле шәхестәр сығыш яһаясаҡ: филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Башҡорт фольклоры» ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалиә Солтангәрәева; филология фәндәре кандидаты Шәүрә Шәкүрова; филология фәндәре докторы, «Башҡорт фольклоры» ғилми-тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова; Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары, БР Сәсәндәр үҙәге директоры Нәфисә Тулыбаева.
Конференция барышында күренекле сәсәндәр менән бер сәхнәлә конкурстың йәш финалсылары ла сығыш яһай.
Конференцияны уҙғарыу урыны: М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының М.Кәрим исемендәге аудиторияһы (Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3А, 401-се аудитория).
Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр сәсәндәр конкурс-фестивале Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Башҡортостан Республикаһының Сәсәндәр үҙәге» фольклорҙы үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы.