Өфөлә Гөлфиә Юнысованың юбилей кисәһе үтте

Өфөлә Гөлфиә Юнысованың юбилей кисәһе  үтте

Күренекле башҡорт шағирәһе Гөлфиә Юнысованың  музыкаль-әҙәби кисә форматында уҙған юбилей программаһы "Һандуғас моңо" тип аталды. Ул Өфө үҙәгендә урынлашҡан тарихи бина - “Сауҙагәр Чижов” йортонда үтте, хәҙер унда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың икенсе корпусы урынлашҡан.

Башҡортостандың халыҡ шағирын юбилей менән ҡотларға ижадташтары  Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә һәм Дилә Булгакова; сәхнә оҫталары Алһыу Бәхтиева, Сәйҙә Ильясова һәм Лина Ғәниева килде, ә шағирәнең улы композитор Урал Иҙелбаев һәм уның ҡатыны Дилара музыкаль композиция башҡарҙы.

- Юбилейымды хөрмәт иткән яҡындарым һәм дуҫтарым менән бергә ҡаршы алыуыма шатмын.  Әлеге ваҡытта һығымталар яһайым, үткән юлымды баһалайым, тағы нимә эшләргә кәрәклеген күҙаллайым. Әлбиттә, етмеш биш йәштә ғәйәт ҙур пландар ҡороп булмай, әммә ижадҡа нөктә ҡуйырға ла ярамай. Артабан да ижад итергә һәм илһамланып йәшәргә ниәтләйбеҙ әле. Ғүмер буйы өйрәнелгән ғәҙәт - яҙмай булдыра алмайым, - тине Гөлфиә Юнысова.

Юбиляр әле лә әүҙем әҙәби эшмәкәрлеген дауам итә. Яңыраҡ ҡына уның ижад кешеләре тураһында “Илһамлы яҙмыштар" исемле яңы китабы донъя күрҙе. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb