Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында Татарстандың һәм Сыуашстандың халыҡ шағирҙары Роберт Миңнуллин һәм Раиса Сарби менән осрашыу үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, Татар яҙыусылары берләшмәһе етәксеһе Фәниә Ғәбиҙуллина, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Марат Кәримов, Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, күренекле шағирә Әнисә Таһирова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы, академик Тельман Әминев ҡатнашты. Бында өлкән быуын әҙиптәре хәтирәләре менән уртаҡлашты, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгөһө тураһында фекер йөрөттө.
Туғандаш республикаларҙағы яңылыҡтар тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Әлбиттә, телебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау мәсьәләһе осрашыуҙа күтәрелгән төп темаларҙың береһе булды. Ҡунаҡтар белдереүенсә, бөгөн әҙиптәребеҙгә тығыҙыраҡ аралашыу, дөйөм саралар үткәреү, йәғни үҙ-ара туғанлыҡ күпере булдырыу зарур.