Йыл да уҙғарылып, матур йолаға әүерелгән сараны БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәҙәниәткә ярҙам итеү үҙәге ойоштора.
Республика йыр-моң фестиваленең маҡсаты – талантлы йәштәрҙе асыу, уларға эстрадаға юл ярыу. Башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, заманса милли музыка сәнғәтен пропагандалау һәм йәш таланттарҙы асыҡлау, уларҙың артабанғы ижади үҫешендә ярҙам күрһәтеү.
Тәүге йылдарҙа уҡ ҙур популярлыҡ яулаған был фестиваль бик күп йырсыны танытты ла инде.
«Йәшлек-шоу»ҙа, билдәле йырсылар менән бер рәттән, йәш башҡарыусылар ҙа сәхнәгә сығасаҡ.
Эстрада йондоҙҙары Таһир Әсәҙуллин, Зилиә Бәхтиева, Йәмил Баймырҙин, Айгөл Әминева, Наилә Тимербаева, Илнур Рамазанов, МС Баш бәйгеселәрҙең иң-иңдәрен һайлаясаҡ, сәхнәлә сығыш яһау серҙәре менә бүлешәсәк.
Башҡортостан йәштәре араһында ҙур популярлыҡ яулаған проекттарҙың береһе «Йәшлек шоу-2016» республика йәштәр фестивале йәнә талантлы йырсыларҙы йыя. Һайлап алыу туры 10 декабрҙә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында уҙа.
«Йәшлек шоу-2016» ағымдағы йылдың 25 декабрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. «Иң яҡшы текст авторы», «Йыл йырсыһы», «Йыл асышы», «Йыл аранжировкалаусыһы», «Йыл проекты», «Виртуаль йондоҙ», «Йыл клибы» һәм «Йыл йыры» номинацияларында еңеүселәр билдәләнелеүе көтөлә.