Башҡалабыҙҙың күңел асыу һәм ял парктарында байрам тамашалары үтте. «Ҡунаҡһарай» сауҙа йорто алды ла көн дауамында йәш эстрада йондоҙҙары, ижади коллективтарҙың сығышынан гөр килде.
Байрамдан йәштәр генә түгел, алтмышта ла күңеле менән йәш булып ҡалыусылар ҙа ситтә ҡалманы Ойоштороусылар егерме биш йылдан ашыу билдәләнгән сараның ғаилә байрамына әйләнеүен билдәләй. Көндөҙгө сәғәт икенән башланған концерт программаһы быйыл да «Ҡунаҡһарай» сауҙа йорто алдына йөҙләгән тамашасыны йыйҙы.
Йәйге ялға Өфөгә ҡайтҡан Михайловтар ғаиләһе байрамды көтөп алған. Был дуҫтар менән күрешеү, күңелле ял итеү мөмкинлеге, ти йәштәр. Ижади коллективтарҙың сығышынан тыш, төрлө урындарҙа балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар, ретро автомобилдәр күргәҙмәһе ойошторолдо.
Ойоштороусылар байрамдың йылдан-йыл мәртәбә яулауын республика йәштәренең әүҙемлегенә бәйләй. Бөгөн төбәктә 900 меңдән ашыу йәш кеше иҫәпләнә. Күптән түгел, Һамар өлкәһендә үткән йәштәр форумында ике студент үҙ проекттарын яҡлап, грантҡа лайыҡ булды.
Бер майҙансыҡта ҡыҙҙар-егеттәр үҙҙәрен спорт төрҙәрендә һынап ҡараһа, икенсеһе ижади йәштәрҙе берләштерҙе.
Байрам саралары төнгә тиклем барҙы. Иң һуңында баш ҡала халҡы өсөн ике бейек бинала видеояҙма күрһәтеләсәк. Был шоуҙың үҙенсәлеге шунда: видеоларҙа республика тормошо тарихи, иҫтәлекле ваҡиғалар сағыласаҡ.