29 ғинуарҙа Башҡортостандың Милли музейында мөһим ваҡиға - «С.И. Руденко мираҫы һәм хәҙерге фән» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Башҡорт халҡының этнографияһын, физик антропологияһын һәм археологияһын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән күренекле ғалим Сергей Руденконың тыуыуына быйыл 140 йыл тула.
Конференция барышында этнография, археология, физик антропология, тәбиғи мөхиттең Урал – Волга буйы халыҡтары мәҙәниәтенә йоғонтоһо, этнографик мираҫ менән музей шарттарында таныштырыуҙың яңы алымдары, этнографик фәнде үҫтереү һәм Сергей Иванович осоронда этнографик тикшеренеүҙәр тарихы кеүек мәсьәләләр тикшереләсәк.
Конференцияла ғалимдар, тикшеренеүселәр, этнография, археология, физик антропология өлкәһендәге белгестәр, шулай уҡ музейҙар, ғилми ойошмалар һәм белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Уҙғарыу урыны: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се һанлы йорт, конференциялар залы (214 зал).
Кураторы – этнография бүлеге мөдире Лилиә Мәсәғүт ҡыҙы Барлыбаева.