15 октябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры күренекле композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Нариман Сабитовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур концертҡа саҡыра.
Композиторҙың ижады башҡорт музыка мәҙәниәте үҫешендә мөһим этапҡа әүерелә, уның артабанғы үҫеш юлдарын билдәләй һәм милли сәнғәтте яңы жанрҙар менән байыта. Нариман Сабитовтың ижади мираҫы бай – ул балеттар, симфоник әҫәрҙәр һәм драматик спектаклдәргә музыка, ике йөҙҙән ашыу йыр һәм романс ижад иткән.
1953 – 1967 йылдарҙа Нариман Ғиләжетдин улы Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижёры була. Ошо ваҡыт эсендә ул 30-ҙан ашыу спектаклгә дирижерлыҡ иткән, уның ҡатнашлығында сит ил, рус һәм башҡорт композиторҙарының 20-нән ашыу әҫәре ҡуйылған.
Хәтер кисәһендә Александр Алексеев етәкселегендәге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры оҙатыуында Нариман Сабитовтың вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Концертта Башҡорт опера һәм балет театры солистары – Резида Әминова, Эльвина Әхмәтханова, Гөлнара Вәлиева, Регина Звегинцева, Әлфиә Кәримова, Әлим Кәйүмов, Артур Кәйепҡолов, Владимир Копытов, Иҙрис Ғәзиев, музыканттар Денис Гранов (скрипка) һәм Шәүрә Сәғитова (фортепиано) ҡатнаша.
Режиссеры – Айһылыу Иҡсанова.