Быйыл сараны ойоштороусолар өс майҙан әҙерләй. Ленин майҙанында рус драма театры янында «Танки», «Рубеж» фильмдары, шулай уҡ Айнур Асҡаровтың «Из Уфы ,с любовью!» фильмы халыҡ иғтибарына сығарыласаҡ.
Шулай уҡ, йәш тамашасылар иғтибарына «Башҡортостан» киностудияһы әҙерләгән иң яҡшы йәнһүрәттәр йыйынтығы тәҡдим ителәсәк. «Родина» кинотеатрында иһә башҡорт режиссерҙарының эше күрһәтеләсәк.
Өсөнсө майҙансыҡ - Хәрби Дан республика музейы. Бында режиссер Михаил Слуцкийҙың «День войны» киноһы күрһәтеләсәк. Сара Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Бар фильмдарҙы ҡарау бушлай.