Өфөлә композитор Абрар Ғабдрахмановҡа таҡтаташ асылды

Өфөлә композитор Абрар Ғабдрахмановҡа таҡтаташ асылды

Башҡорт композиторы Абрар Ғабдрахманов йәшәгән йорт диуарында мемориаль таҡтаташ асылды. Башҡортостандың халыҡ артисына былтыр 85 йәш тулған булыр ине.

Пушкин урамындағы 52-се йортта Абрар Ғабдрахманов 2013 йылға, йәғни ғүмеренең һуғы көндәренә тиклем йәшәй. Ул - бик күп йырҙар, хор, вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәр авторы. Йыйылыусылар йорт ихатаһында уның билдәле композицияларын башҡарҙы, портретына сәскәләр һалды.

"Беҙ был ваҡиғаны ныҡ көттөк. Мемориаль таҡтаташ атайымдың яҡты иҫтәлегенә арналған саралар теҙмәһенең тәүгеһе булыр тип уйлайым", - ти композиторҙың ҡыҙы, музыка белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова.

Бөгөн Абрар Ғабдрахмановтың ижади нәҫелен ейәнсәрҙәре дауам итә. Өлкән ейәнсәре Айгөл Вәхитова - музыка белгесе, Мәскәүҙә йәшәй, үҙенең олатаһы тураһында монография яҙған. Уртансы ейәнсәре Дилара Иҙрисова - билдәле опера йырсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Кесе ейәнсәре Асия - скрипкасы Санкт-Петербургта уҡый, Германияла стажировка үтә.

Мемориаль таҡтаташты асыу тантанаһында композиторҙың туғандары, коллегалары һәм уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Улар араһында композиторҙың ҡатыны - Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, заманында башҡорт опера сәхнәһе йондоҙо Нажиә Аллаярова, Башҡортостан Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева, композиторҙар Нур Дауытов, Айһылыу Сәлмәнова, башҡорт гимны авторы Фәрит Иҙрисов, музыка белгесе Гөлназ Ғәлина һәм башҡалар бар ине.

Өфөлә композитор Абрар Ғабдрахмановҡа таҡтаташ асылды
Өфөлә композитор Абрар Ғабдрахмановҡа таҡтаташ асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb