Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваны юбилейы менән тәбрикләнеләр

Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваны юбилейы менән тәбрикләнеләр

Кисә башҡорт сәхнәһенең иң сағыу йондоҙо Нурия Ирсаеваны юбилейы менән ҡотлар өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында зал тулы тамашасы йыйылды. Легендар актрисаның ижадын һөйөүселәр билеттарҙы бер ай элек һатып алып бөткәйне. Улар кисә дауамында юбилярға сәскәләр һәм алҡыштар яуҙырҙы.

Юбилей кисәһе ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә  сәхнә оҫтаһының бала саҡ хәтирәләренән күренештәр, уның ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм халыҡ яратып тыңлаған йырҙар инде.  Нурия Ирсаева менән уның сәхнәләге алыштырғыһыҙ партнеры— легендар башҡорт актеры Фидан Ғафаров башҡарыуындағы Заһир менән Ғәлиә дуэтын тамашасылар айырыуса ҙур тулҡынланыу менән ҡабул итте.

“Нурия Исхаҡ ҡыҙы ябай тормошта үҙе уйнаған яҡты күңелле, эскерһеҙ Әсғәткә оҡшаған, шуға ла сценарий бер тынала яҙылды, актрисаның тыуған яғында съемкалар булды, артистар ҙа ихлас күңелдән уйнаны. Беҙҙең театр был кисәгә бар күңелен биреп әҙерләнде, тамашасыларыбыҙ ҙа яратып ҡарағандыр тип өмөтләнәбеҙ”,- тине сценарий авторы Динара Кәримова “Башҡортостандың мәҙәни мөхите” интернет-порталына.

Икенсе өлөштә ҡотлау һүҙҙәре йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, Нурия Ирсаеваның юбилейы — тотош республика халҡының, уның сәхнә образдарын һәм ҡабатланмаҫ моңло тауышын яратҡан тамашасыларҙың дөйөм байрамы. Министр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерҙе.

“Хөрмәтле Нурия Исхаҡ ҡыҙы, күркәм юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Башҡорт милли театрының оло үҫеш дәүере тап һеҙҙең исем менән бәйле. Ҡабатланмаҫ образдарығыҙ тамашасыларҙың ысын һөйөүен бүләк итте. Тормошоғоҙҙо Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына бағышлап, һеҙ бөтә көсөгөҙҙө биреп, намыҫлы хеҙмәт итәһегеҙ. Йәш актерҙарға оло өлгө биреп, театр сәнғәтенең юғары үрнәктәренә тоғро булып ҡалаһығыҙ. Һең тыуҙырға героиниялар образы театр һөйөүселәр күңелендә мәңге йәшәй, яҡты тойғолар һәм фекерҙәр уята. Сағыу, күп ҡырлы ижадығыҙ республиканың милли мәҙәниәтенең алтын фондына ингән. Оло хеҙмәтегеҙ, мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөшөгөҙ бөтә ил тарафынан лайыҡлы баһаланды. Һеҙ – Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы. Башҡортостан һеҙҙең менән һоҡлана, ғорурлана, һеҙҙе ныҡ ярата. Был матур көндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм изгелектәр теләйем”,- тиелә хатта.

Кисә аҙағында сәхнәгә театр коллективы сыҡты һәм юбиляр менән бергә Назар Нәжмиҙең һүҙҙәренә Рим Хәсәнов яҙған «Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер» йырын башҡарҙы, уларға тамашасылар ҙа ҡушылды.

“Ҡаты күңелле кешеләр театрға йөрөмәй бит ул. Ә бына һеҙ, беҙҙе яратып ҡараған, спектаклдәребеҙгә йөрөгән кешеләр, беҙгә һәр ваҡытта ла ҡул сабып торҙоғоҙ, һәр ваҡытта ла беҙҙе иркәләттегеҙ. Ә хәҙер һеҙ алҡышламағыҙ, мин һеҙгә бөгөн ҡул сабам”,- тип тамашасыһына рәхмәт белдерҙе Нурия Ирсаева.

Нурзиә Хәсәнова.

Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваны юбилейы менән тәбрикләнеләр
Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваны юбилейы менән тәбрикләнеләр
Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваны юбилейы менән тәбрикләнеләр
Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваны юбилейы менән тәбрикләнеләр
Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваны юбилейы менән тәбрикләнеләр
Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваны юбилейы менән тәбрикләнеләр

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb