Өфөлә мәҙәни-ял итеү учреждениялары белгестәре өсөн семинар-кәңәшмә үтте

Өфөлә мәҙәни-ял итеү учреждениялары белгестәре өсөн семинар-кәңәшмә үтте

Күптән түгел Республика халыҡ ижады мәҙәниәт йортонда 2018 йылдың отчеттарын төҙөү һәм 2019 йылға статистик һәм мәғлүмәт-аналитик эштәрен планлаштырыу тураһында семинар-кәңәшмә үтте.

Семинаристарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сәләмләне. Семинар эшендә шулай уҡ мәғлүмәт-аналитик һәм методик эшмәкәрлек бүлеге мөдире Эльмира Йәмлеханова һәм Республика халыҡ ижады үҙәге төп белгесе Зилә Мәһәҙиева.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө һорауҙар биреп уларға тулы яуап алыу мөмкинлегенә эйә булдылар. Осрашыу барышында клубтарҙы үҫтереү мәсьәләләре, мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлеге үҙенсәлектәре һәм үҫеш перспективалары тикшерелде.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb