Бөгөн, 11 майҙа, «Торатау» конгресс-холында генерал Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған «Нацизмһыҙ донъя өсөн» халыҡ-ара йәштәр форумы уҙҙы. Проект Президент гранттары фонды булышлығында үтте.
Был форум «Батырлыҡ һәм дан эҙҙәре буйлап: быуындар эстафетаһы» тарихи-мемориаль экспедицияһы» проектының икенсе этабы булып тора. Йыл башында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында үтте һәм Донбасты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итә башлауҙың 80 йыллығына һәм Украина биләмәһендә махсус хәрби операция башланыуға бер йыл тулыуға арналды.
Форумда федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары, дин әһелдәре, ғилми берләшмә вәкилдәре, эксперт-практиктар, белем биреү ойошмаларының профессор-уҡытыусылар составы һәм уҡыусылар, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан делегациялар, шулай уҡ Франциянан, Белоруссиянан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Тажикстандан һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар булды.