Өфөлә «Науруз» байрамы уҙғарыла

Өфөлә «Науруз» байрамы уҙғарыла

31 мартта Өфөлә «Евразия» сауҙа үҙәге алдындағы (Затон биҫтәһе) майҙанынды «Науруз» — яҙғы көн менән төндөң тигеҙлеге байрамы уҙғарыла. Байрам көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, Республика халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм республиканың милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сарала Өфөнөң милли мәҙәни үҙәктәренән, шулай уҡ Ғафури районының «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенән һәм Бүздәк районының «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәгенән 10-дан ашыу этнос вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Байрам ҡунаҡтары ҙур ҡаҙандарҙа бешкән былау, милли аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары менән һыйланасаҡ.

Сәхнәлә төрлө милләтле артистар һәм ижади коллективтар сығыш яһай. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың бөтә милли-мәҙәни берләшмәләре үҙҙәренең программаһын әҙерләй.

Башҡортостанда «Науруз» республика байрамы 2001 йылдан бирле үткәрелеп килә. Элекке йылдарҙа ул Салауат Юлаев майҙанында, Аксаков баҡсаһында, Яҡутов исемендәге паркта, Ҡашҡаҙан паркында уҙғарылды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb