«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһында 25 май көнө «Ижад» күргәҙмә залында Өфө художество-гуманитар колледжы йыйылмаһынан һынлы сәнғәт, графика һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт эштәренән торған «Оҫталыҡ сығанағында» исемле күргәҙмә асыла.
Өфө художество-гуманитар колледжында белем алыусылар художество кәсептәренең серҙәрен өйрәнә, декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре әйберҙәрен эшләү оҫталығына төшөнәләр.
Студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың ижади нәфис эштәре әленән-әле ҡала, республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм бәйгеләрҙә призлы урындар яулай.
Йәш һөнәрмәндәр «Тере бумала», «Йәш һәләттәр», «Рәсәй оҫталары менән дан тота», «Ладья» кеүек бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша.