Өфөлә Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы үтәсәк

Өфөлә Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы үтәсәк

6-7 июлдә Өфөлә беренсе Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы үтәсәк. Уны Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. Форумға Иран Ислам Республикаһы Президентының милли һәм дини аҙсылыҡ мәсьәләләре буйынса махсус ярҙамсыһы Али Юнеси етәкселегендәге Иран делегацияһы килә. Рәсәй яғынан Рәсәй Президенты хакимиәте вәкилдәренең, федераль ведомство етәкселәренең, Дәүләт Думаһы депутаттарының, төбәк башлыҡтарының, эксперт берләшмәһе вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә арналған форум ике ил халҡына бер-береһенең мәҙәниәтен һәм милли йолаларын тәрәнерәк өйрәнергә ярҙам итәсәк. Рәсәйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы «Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү» секцияһын ойоштора. Унда милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, милли һәм дини нигеҙҙәге экстремизм күренештәрен иҫкәртеү тикшереләсәк.  Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәрәсәк секцияла — Рәсәй-Иран йәштәр хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәре, Рәсәй туризмы секцияһында ике илдең туризм өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре Ирандың Мазендеран провинцияһы делегацияһы менән һөйләшеүҙәр уҙғарасаҡ.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат үҙәге

 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb