Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре дауам итә

Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре дауам итә

18 мартта тамашасылар һорауы буйынса Гөллсирә Ғиззәтуллинаның "Йәннәт һулышы" спектакле Мәжи Ғафури исемендәге БАДТ сәхнәһендә икенсе тапҡыр уйналасаҡ. Ҡуйыусы режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев. ...Был донъяла үҙеңдең мин-минлегеңдән башҡа бер нәмәне лә күрмәү, тоймау аяныс хәлгә еткерә. Бәләкәй генә бәхеткә лә ҡайһы саҡ шатлана, уны ысын күңелдән ҡабул итә белмәйбеҙ. Төп герой Дилбәрҙең дә ғорурлығы саманан ашҡан була. Ныҡышып мал табырға, үс алырға, бирешмәҫкә яратҡан ҡатын ул. Тормоштоң ауырлыҡтарын үҙ иңендә татымайынса, һабаҡ алмайынса, гүзәллекте, мөхәббәттте аңламай. Ошо ябай ғына нәмәләргә төшөнөр өсөн ни генә кисерергә тура килмәй үҙенә..  Билеттар театр кассаһында һатыла. Рәхим итегеҙ!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb