Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған "Шағир көндәлеге" тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү тамамланды. Режиссер Булат Йосопов етәкселегендәге ижади төркөм иң күләмле тарихи реконструкцияны төшөргән. Республика кинематографы тарихында тәүге тапҡыр ошондай ҙур финанс, кешеләр һәм техник ресурстар йәлеп ителде.
Факттар һәм һандар:
- 2019 йылда халыҡ ярҙамы менән 1,5 миллион һум аҡса йыйылды;
- дәүләт ярҙамы 16 миллион һум тәшкил итте;
- фильм 39 смена өсөн төшөрөлгән, уларҙы Өфөлә һәм Шишмә районында төшөргәндәр, июлдә 40-сы смена Һамарҙа уҙа;
- кинопавильон элекке "Прогресс" заводы базаһында 3 мең квадрат метр майҙанда йәйелдерелде;
- фильмды төшөрөү осоронда 1365 кВт электр энергияһы ҡулланылған;
- 2 тоннанан ашыу яҡтыртыу ҡорамалдары йәлеп ителгән;
- 53 профессиональ актер саҡырылған;
- 60 локация ҡулланылған;
- 13 декорация яһалған;
- кинокадрҙа 7 ретро-автомобиль һәм 2 ретро-мотоцикл төшөрөлгән;
- һәр сменала 12 техника хеҙмәтләндереүсе эшләгән;
- ҡышҡы сәхнәләрҙә 400 килограмм целлюлоза ҡулланылған;
- күмәк сәхнәләрҙә 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан;
- фильмда Рәми Ғариповтың шәхси әйберҙәре файҙалланылған: Стефан Цвейгтың ике томы, Әҙәбиәт институты значогы, галстук, ҡулсатыр;
- майҙансыҡта 6 гримёр эшләгән.
Кинокартинаның премьераһы 2022 йылдың февралендә күҙаллана, көҙ фильм республика һәм Рәсәй прокатына сыға. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыуға ғаризалар 2021 йылдың декабрендә ебәрелә башлаясаҡ.