Өфөлә үткән «Славян хороводы» халыҡ-ара йәштәр мәҙәни-мәғрифәт форумында Башҡортостандың һигеҙ районы, Беларусь, Донецк халыҡ республикалары йәштәре ҡатнашты.
«Славян хороводы» республикала беренсе тапҡыр ойошторолдо. Этнофорум Өфө дәүләт нефть техник университеты майҙанында «Милли кейемдәрҙә халыҡ мәҙәните биҙәктәре» тигән ғилми-ғәмәли конференциянан башланды. Сара өсөн был майҙан юҡҡа ғына һайланмаған.
Юғары техник уҡыу йортонда донъяның төрлө төбәктәренән 50-нән ашыу милләт йәштәре белем ала. Этнофорумда ҡатнашҡан Башҡортостан студенттары украин, беларус йәштәре менән аралашып, мәҙәни һәм этнографик белемдәрен тулыландырҙы, милли кейем өлгөләре менән танышты, яңы дуҫтар тапты.
Этнофорум барышында Иглин һәм Жабенко райондары араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылған.