Өфөлә Түбәнге Кама татар дәүләт драма театрының гастролдәре көтөлә

Өфөлә Түбәнге Кама татар дәүләт драма театрының гастролдәре көтөлә

Театр сәнғәтен яратыусылар өсөн һөйөнөслө хәбәр: 11 февралдә Өфөлә Т. Миңнуллин исемендәге Түбәнге Кама татар дәүләт драма театрының гастроле башланасаҡ. Тамашалар “Нур” театры сәхнәһендә барасаҡ.

Был ижади сәфәр арҙаҡлы татар драматургы Туфан Миң­нуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан ойошторола. Ут күршеләребеҙ Татарстандың халыҡ артисы, режиссер Рөстәм Ғәлиев ҡуйған алты сәхнә әҫәрен алып килә. Шуларҙың өсәүһе – Туфан Миңнуллиндыҡы (“Нәҙер”, “Гөргөри ҡыҙын бирә”, “Ҡыҙҙар ҡыҙыҡ итәләр” комедиялары). Йәшәйешебеҙҙең көнүҙәк мәсьәләләрен сағылдырған Ләбиб Лерондың “СыСыСыР-ҙа яһалған...дар” комедияһы, Нә­бирә Ғиматдинованың “Бүре ҡаны”, Аяз һәм Мансур Ғилә­жевтәрҙең “Яра” драмалары ла тамашасы күңеленә хуш килер.
Әйткәндәй, Туфан Миңнул­линдың ижады Рәсәйҙә киң бил­дәле. Дөйөм кешелекте борсоған тәрән фәлсәфәүи, халыҡсан пьесалары үтемле. Туфанға ғына хас мәргәнлек, ваҡиғаларҙың көтөлмәгәнсә боролош алыуы тамашасыларҙы һоҡландырмай ҡалмай.
Мәҫәлән, гастролде асып ебә­рәсәк “Нәҙер” комедияһын ала­йыҡ. Халыҡта шундай әйтем бар: нәҙер әйтһәң, шул үтәл­мәйенсә үлмәйһең. Үлем яғаң­дан алһа, әллә ни тиерһең. Һу­ғышта ике дуҫ – Хикмәтулла менән Хисмәтулла нәҙер әйтә: был мәхшәрҙән иҫән-һау ҡайт­һалар, бер аҙнаға ҡатындарын алмашып торорға! Иҫән-һау ҡайта бит былар. Тик нәҙер ту­ра­һында оноталар. Шунан һуң башлана ла инде хәл-ваҡи­ғалар...
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү хәйерлерәк, шуға күрә Түбәнге Кама татар дәүләт драма театрының тамашаларына рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb