Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдиме буйынса ул быйыл тәүгә билдәләнде. Ошо уңайҙан Өфөлә «Матур ғаилә - ил ҡото» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл, унан һуң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур байрам тамашаһы ойошторолдо. Фойела республика оҫталарының эштәренән торған бай күргәҙмә лә эшләне.
Сихри моңло ҡумыҙ сыңын артабан башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы - әһаңле ҡурай алмаштыра. «Башҡорт ғаиләһе көнө» сиктәрендә ойошторолған бай һәм үҙенсәлекле күргәҙмә аҫаба халыҡтың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырҙы. Әлшәй районынан килгән Сәүиә Муллағәлиева сараға аҫалы балаҫтарын сығарған.
Замансалаштырылған милли кейемдәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әбйәлил ҡыҙҙары Әлфиә менән Гөлфиә Хамматоваларҙың мәҫәлән, милли кейем өлгөләренән ойошторған күргәҙмәһе янында халыҡ күп йыйылған. Белорет ҡыҙы, Федоровка районы килене Хәлисә Багаева иһә һаҡал, селтәрҙәрен тәҡдим иткән.
Сара республика район-ҡалаларында йәшәүсе абруйлы, башҡаларға өлгө булырҙай башҡорт ғаиләләрен билдәләп үтеү яғынан әһәмиәтле булды. Сәхнә түренә күтәрелгән һәр ғаилә һоҡланғыс. Сәйәсәттән спорт өлкәһенә тиклем ихтирам ҡаҙанған. Тәүге тапҡыр ойошторолған байрам тик бының менән генә сикләнмәйәсәк, киләһе йыл «Башҡорт ғаиләһе көнөн» ырыуҙар йыйыны кимәленә тиклем күтәреүҙе иҫәп тота ойоштороусылар.
Ә ысынында иһә башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш? Был һорау күптәрҙә ҡыҙыҡһындыралыр... Ғалим Әнүәр Әсфәндиәров башҡорт ғаиләһенең асылын, йәшәү рәүешен өйрәнгән. Ғилми эштәре аша борон-борондан милләтебеҙҙең йорт усаҡтарында йолалар һаҡланыуын, атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы, йәштәр айбарлығын белергә һәм өйрәнергә мөмкин.
«Матур ғаилә - ил күрке» исеме аҫтында «Башҡорт ғаиләһе көнө» үҙ маҡсатына иреште, ти ойоштороусылар. Йолаға нигеҙ һалынды, Хөкүмәт яғынан да ҙур хуплау тапты. Хәҙер республика, унан бигерәк Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ башланғысты күтәреп алып, әсә теленә иғтибарҙы көсәйтеп, иманлы башҡорт ғаиләләрен ишәйтеү бурысы ҡала.
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/b-g-n-bash-ort-ail-e-k-n/