Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар республика махсус китапханаһының тифлонәшер итеү бүлегендә Тәскирә Даянованың Брайль рельеф-нөктә шрифты менән баҫылған һәм рельеф һүрәттәре менән биҙәлгән «Ағинәй юлы» балалар китабы донъя күрҙе.
Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова 1948 йылдың 10 ғинуарында Мәсетле районында тыуған, Башҡорт АССР-ы – башҡорт балалар яҙыусыһы, драматург; Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәшит Әхтәри һәм Мәхмүт Кәшгәри исемендәге премиялар лауреаты.
Авторҙың әҫәрҙәре халыҡсан тел менән яҙылған һәм еңел уҡыла. Изгелек һәм яуызлыҡ, ихласлыҡ һәм мәкерлелек, хәҙерге проблемалар кеүек темаларҙы яҙыусы геройҙарҙың тормош образдары аша асып бирә, уҡыусыны уйланырға һәм һығымта яһарға этәрә.
Техник эшкәртеүҙән һуң китап һуҡырҙар өсөн китапхана фондына һәм республика ҡалаларындағы махсус китапхана филиалдарына таратыласаҡ.