Өфөлә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә

Өфөлә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә

Күптән түгел Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды. Ошо билдәле датаға арнап 22 мартта, Өфөлә халыҡ-ара вәкилдәр ҡатнашлығында «Мәжит Ғафури — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры. Күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙә музейҙар эшмәкәрлеге» бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Конференция Мәжит Ғафури барельефына сәскә һалыуҙан башлана.

 Сараны ойоштороусылар:  БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли әҙәбиәт музейы.

Конференция Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында 22 мартта уҙғарыла.

Конференция 9.30 башлана, уҙғарыу урыны: Гоголь урамы, 28/1.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb