Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Өфөлә төрлө илдәрҙең сәсәндәре көс һынашасаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 21 октябрь 2016
Өфөлә төрлө илдәрҙең сәсәндәре көс һынашасаҡ
Өфөлә 23-24 октябрҙә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙа. Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале «Бөтә донъя фольклориадаһын-2020» үткәреүгә әҙерлек булып тора. 23 октябрь көнө, сәғәт 10.00, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында фестивалде асыу тантанаһы уҙасаҡ. Бәйгелә Алтай, Дағстан,Ҡаҙаҡстан,Ҡалмыҡ, Карелия, Ҡырғыҙ, Тыва, Саха (Якутия), Хакасия илдәренән иң шәп сәсәндәр ҡатнашыуы көтөлә. Ә Башҡортостан данын Сибай һәм Өфө, Салауат, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил Учалы, Хәйбулла райондары сәсәндәре яҡлаясаҡ. Баһалама рәйесе - башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев премияһы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәт Сөләймәнов. Жюри ағзалары: филология фәндәре докторы, «Айгине» мәҙәни-тикшереү үҙәге директоры Гөлнара Айтпатова (Ҡырғыҙыстан); Леонид Собинов исемендәге Саратов консерваторияһының халыҡ йыры кафедраһы доценты, Рәсәй Фәндәр Академияһының профессоры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисткаһы Елена Сапогова; Шағир, яҙыусы, фольклорист, филология фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Иван Карпухин; Сәсәндәр үҙәге етәксеһе, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәфисә Тулыбаева; Шулай уҡ бәйге сиктәрендә башҡорт халыҡ эпостары темаһына һүрәттәр, китаптар, музыкаль инструменттар күргәҙмәһе уҙғарыу ҡаралған. “ Асыҡ тирмә” фольклорсылары ҡатнашлығында әйтеш майҙаны булдырыласаҡ. 24 октябрь көнө, ҡунаҡтар өсөн билдәле башҡорт сәсәндәре исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарға барыу ҡаралған. Көндөҙгә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Урал батыр саҡырыуы буйынса» темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ. Фестиваль М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында гала-концерт менән тамамланасаҡ. Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө