Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы күргәҙмәһе барышында халыҡ кейеме элементтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
20 декабрҙә – һарауыс эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе. Уны реконструктор, сигеү оҫтаһы, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты Айгөл Вәлиева үткәрә.
21 декабрҙә – көмбәҙ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе. Уны зәргәр, реконструктор, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты Рөстәм Дәүләтов үткәрә.
22 декабрҙә – башҡорт ир-егеттәренең баш кейеме кәпәс эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе. Уны реконструктор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының Гран-при яулаусыһы Юлай Ғәлиуллин үткәрә.
24 декабрҙә – стиль, мода, имидж, шәхси бренд тураһында «Имидж ярҙамында нисек шәхси бренд булдырырға» тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе. Уны стилист-имиджмейкер, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты Динара Ғарифуллина үткәрә.
25 декабрҙә – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүесе һаҡал эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе. Уны реконструктор, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты Гөлсөм Хөсәйенова үткәрә.
Дәрестәр Башҡортостан Республикаһы Милли музейының йыйылыштар залында үтә.
Саралар иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.