19 февралды Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Азат Айытҡоловтың 70 йәшлек юбилейына арналған кисә уҙҙы. “Моң Азаматы” тип аталған концерт программаһында сәнғәт оҫтаһының ижадташ һәм сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары, филармония солистары һәм коллективтары ҡатнашты.
Азат Айытҡоловтоң исеме музыка һөйөүселәргә киң билдәле. Башҡорт дәүләт филармонияһында ул 50 йылға яҡын хеҙмәт итә. Танылған ҡурайсы башҡорт музыка сәнғәтен данлап, илаһи ҡурай моңон донъя ҡитғаларында яңғыратты.
Юбилей кисәһе башҡорт халҡының гимны булып танылған “Урал” йыры менән асылып китте. Халыҡтың быуаттарҙан быуаттарға һуҙылған данлы-шанлы тарихын сағылдырған, үҙен башҡорт тип таныған һәр кемдең йөрәгендә рух ҡалҡаны булып балҡыған был моңға тамашасы, әлбиттә, тыныс ҡала алманы. Азат Миңлеғәле улы һәм Башҡортостан Дәүләт ҡурайсылар ансамбле башҡарған башҡорттоң тиңһеҙ хазинаһын зал аяғүрә баҫып тыңланы.
Ҡурай оҫтаһының ғүмер байрамы халыҡ сәнғәте, ҡурай тантанаһына әүерелеп, күңелдәрҙе илһамландырҙы. Бер-бер артлы ағылған башҡорт халыҡ көйҙәре тамашасыны һағышҡа ла һалды, рух, ҡан хәтерен яңыртты, ғорурландырҙы ла.
Азат Миңлеғәле улын, бөгөнгө күркәм байрамға, ҡурайға һәм уның үҙенә хөрмәт күрһәтеп, мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килде. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе: «Һеҙ талантығыҙ, башҡарған эштәрегеҙ, лайыҡлы ижади ҡаҙаныштарығыҙ менән ҡурай сәнғәтенең танылған оло хөрмәткә лайыҡ шәхесе, башҡорт сәнғәтенең аҡһаҡалы. Һеҙҙең етәкселектә төҙөлгән ҡурайсылар ансамблдәре бөгөн Башҡортостандың күп кенә райондарында уңышлы эшләп киләләр. Дәүләт Ҡурайсылар ансамбленең барлыҡҡа килеүе лә һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Хөрмәтле Азат Миңлеғәли улы Ҡурай сәнғәтен артабан да үҫтереүгә һеҙгә ижади уңыштар, асыштар юлдаш булһын».
Ҡотлауҙарға Өфө ҡалаһы округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Башҡорт ырыуҙары советы рәйесе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Велмир Аҙнаев, Өфөлә йәшәгән Йылайыр районы яҡташтары исеменән Кинйә Күскилдин, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ректор вазифаһын башҡарыусы Ильмар Әлмөхәмәтов, Башҡортостан Республикаһы Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының художество етәксәһе, дирижеры Ринат Мөхәмәтйәнов ҡушылдылар.
Залда шулай уҡ Азат Миңлеғәли улының туғандары, уҡыусылары ла булды. Улар ҙа сәхнәгә сығып, йылы һүҙҙәрен, ҡотлауҙарын еткерҙеләр.
Башҡорт ҡурайын сит илдәрҙә лә яңғыратып, уның XXI быуатта ла үҙенең тәғәйенләнешен юғалтмаҫлыҡ оло хазина булғанын, заман менән тиң атларға хаҡы бар икәнен раҫлауға хеҙмәт иткән оҫтаның ғүмер байрамына бағышланған тамаша рух күтәренкелеге байрамына әүерелеп, күңелдәрҙә ифрат йылы, мөҡәддәс тойғолар уятты.
Сағыу юбилей концертының режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Сценарий авторы – Рәйсә Абдуллина. Кисәне бик оҫта итеп Луиза Нурбахтина һәм Салауат Шәмсетдинов алып барҙылар.
Булат Ғәйнетдинов фотолары.