«Тылсымды - үҙ ҡулдарың менән» проекты 2022 йылдың 18 ғинуарынан эшләй. Уны «Ярҙам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге Өфө ҡалаһының Үҙәк ҡала китапханаһы менән берлектә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы грантына тормошҡа ашыра. Социаль проект ярҙамында 55 йәштән өлкән өфөләрҙең яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Проект етәксеһе - Өфө ҡалаһының Үҙәк ҡала китапханаһы директоры урынбаҫары Ольга Маркелова һүҙҙәренсә, өс аҙна эсендә түңәрәккә утыҙға яҡын кеше яҙылған, ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта бара.
«Күптәр оҫталарыбыҙҙың эштәрен профессиональ рәссамдар башҡарған тип уйлай, ә ысынында был уларҙың тәүге картиналары», - тип билдәләне проект етәксеһе.
«Тылсымды - үҙ ҡулдарың менән» проекты 55 йәштән өлкәндәрҙе саҡыра. Белешмәләр өсөн телефон: 7(347) 216-47-28, Ольга Александровна.