Ағымдағы йылдың сентябрь айында Өфөлә “Туғанлыҡ” Халыҡ-ара төрки театрҙар фестивале үтәсәк. Сара Республика Башлығы грантына ойошторола.
Аҙна дауамында тамашасыларға 14 спектакль тәҡдим ителә. Фестивалдә төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан Хакас, Алтай, Сыуаш, Дағстан, Тыва, Татарстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан театрҙары ҡатнашыуы көтөлә.
Башҡортостан театрҙары ла үҙ ижадын тәҡдим итәсәк. Башҡортостан исеменән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Антигона” спектаклен сәхнәләштерергә йыйына.
Ә конкурстан тыш программала Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр һәм Салауат башҡорт драма театрҙары сығыш яһай. Фестиваль барышында төрки театрҙар эшмәкәрлеге буйынса фәнни-ғәмәли конференция, этно-концерт һәм Театрҙар һабантуйы үтәсәк, ти ойоштороусылар.