Баш ҡалала 21-23 февраль көндәрендә Светлана Хәмиҙуллина исемендәге X төбәк башҡорт фортепиано музыкаһын башҡарыусылар бәйгеһе уҙғарыла. Конкурс тыңлауҙары Ф.Шаляпин исемендәге Концерт залда һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының Камера залында уҙасаҡ.
Конкурс тың маҡсаты: башҡорт халҡының рухи мираҫын пропагадалау, сағыу башҡарыусылар һәм милли музыка интерпретаторҙары асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, башҡорт фортепиано әҫәрҙәре фондын һаҡлап ҡалыу һәм башҡорт композиторҙарын фортепиано өсөн әҫәрҙәр яҙыуға дәртләндереү.
Бәйгенең баһалама ағзаларына Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы уҡытыусылары инә.
Бәйгелә 7 йәштән алып 25 йәшкәсә яңғыҙ башҡарыусылар һәм фонтепиано ансамблдәре ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Конкурс йомғаҡтары буйынса, һәр йәш категорияһына лауреат һәм дипломант исемдәре биреләсәк.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы ағымдағы йылдың 12 февраленә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт www.ufaart.ru сайтында.