20 июлдә Өфөлә автокинотеатр асыла. Уның өсөн Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы һайланды. Автокинотеатр ҡунаҡтары өсөн 54 машиналыҡ урын һәм уңайлы навигация әҙерләнгән.
Кино һөйөүселәр ҙур экранда заманса фильмдар ҡарай аласаҡ, ә тауыш машинаның аудиосистемаһы аша ишетеләсәк.
Шулай уҡ майҙанда аш-һыу зонаһы урынлашҡан.
Беренсе киносеанс 21 июлдә 00:30 сәғәттә башлана. Кинофильмдар тураһында мәғлүмәт автокинотеатрҙың инстаграм сәхифәһендә яҙылып барасаҡ.