Өфөлә Яныбай Хамматовтың ҡабаттан баҫылған «Төньяҡ амурҙары» дилогияһы менән таныштырасаҡтар

Өфөлә Яныбай Хамматовтың ҡабаттан баҫылған «Төньяҡ амурҙары» дилогияһы менән таныштырасаҡтар

19 февралдә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, «Яныбай Хамматов. Тарихҡа табан алтын күпер» күргәҙмәһенә тура килтереп, яҙыусының «Төньяҡ амурҙары» дилогияһының исем туйын үткәрә.

Яныбай Хамматовтың иң төп әҫәрҙәренең береһе һаналған «Төньяҡ амурҙары» дилогияһы, 43 йыл үткәс, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тарафынан ҡайтанан баҫтырылды. Әҫәрҙә 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында дан ҡаҙанған башҡорт полктары һәм батырҙары хаҡында мауыҡтырғыс итеп бәйән ителә.

Йыр-моң менән һуғарылған сарала әҙиптең ейәнсәре Алһыу Хамматова, бүләсәре Наилә Аҙнағолова, «Төньяҡ амурҙары» аудиокитабының дикторы Хөрмәтулла Үтәшев һәм башҡа ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

«Байрамда күргәҙмә буйынса экскурсия, ә иң мөһиме, яңы ғына мейестән сыҡҡан «Төньяҡ амурҙары» романын Алһыу Хамматованың ҡултамғаһы менән һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ», – тип хәбәр итә музейҙың матбуғат хеҙмәте.

Сара көндөҙгө 4-тә башлана. Йәш сикләүе юҡ.  

Өфөлә Яныбай Хамматовтың ҡабаттан баҫылған «Төньяҡ амурҙары» дилогияһы менән таныштырасаҡтар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb