Дүрт көн барған М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының Өфөлә үткән гастролдәре тамамланды.
Был гастролдәр “Ҙур гастролдәр” федераль проекты сиктәрендә үтте һәм Ырымбур театрының 165 йыллығына, театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафиловтың 80 йәшлек юбилейына бәйле ине.
Гастролдәрҙе тантаналы ябыу сараһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Ырымбур театрының художество етәксеһенә Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.