Өфөлә Зәйнәб Биишеваның 110 йыл тулыуы айҡанлы донъя күргән яңы китаптың исем туйы үтте

Өфөлә  Зәйнәб Биишеваның 110 йыл тулыуы айҡанлы донъя күргән яңы китаптың исем туйы үтте

Күптән түгел Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Зәйнәб Биишева. Мәҡәләләр, ижади портреттар, арнауҙар, иҫтәлектәр" китабының исем туйы үтте. Ул әҙибәнең тыуыуына 110 йыл тулы айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә күптән түгел донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа уның быға тиклем баҫылмаған мәҡәләләре, ижади портреттар, арнауҙар һәм Биишева хаҡында иҫтәлектәр ингән. Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған байтаҡ материалдар тәүгә баҫтырылды. Сараны Милли китапхана менән Милли әҙәбиәт музейы бергә ойошторған. Китаптың исем туйын Милли китапхананың «Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге» мөдире Айгөл Буранғолова алып барҙы.
БР Яҙыусылар союзы идараһы Зәки Әлибаев, күренекле шағирә, тәржемәсе Әнисә Таһирова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы , профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, прозаик, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова Зәйнәб Биишеваның яҡты иҫтәлектәре, хәтирәләре менән уртаҡлашты, һағынып иҫкә алды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы китап менән тәбрикләһә, Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән 140-сы башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуров гимназияла яҙыусы иҫтәлегенә арналған саралар менән таныштырҙы, китаптың төҙөүсеһе һәм инеш һүҙ авторы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев китапҡа ингән һәр мәҡәләгә айырым туҡталды, йыйынтыҡ туплауҙың тарихын һөйләне, яҙыусының улы, ҙур ғалим-химик Тельман Әминев иһә китапты төҙөүселәргә һәм нәшер итеүселәргә ҙур рәхмәтен белдерҙе. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb