24-25 июндә «Арт-Квадрат» ҡала киңлегендә «Арт-академия» ижади проектының программаһы тәҡдим ителә. Проект сиктәрендә «Музыка», «Бейеү», «Театр», «Кино», «Графика», «Халыҡ» (этно-мода), «Һүҙ» (поэзия, проза һәм КВН) йүнәлештәрен үҙ эсенә алған ете ижади белем биреү тректарының эше ойошторола.
Ижади программаны ирекле форматта уҙғарыу тотош республика йәштәренә өмөтлө арт-продукттар булдырыуҙа ҡатнашырға, воркшоптарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә файҙалы мәғлүмәт алырға, шулай уҡ «Арт-академия» эксперттары һәм башҡа ҡатнашыусылары менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашырға мөмкинлек бирә.
Проектты ойоштороусы – Төбәк-ара мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү үҙәге. Ҡатнашыусыларға һылтанма буйынса 23 июнь киске 5-кә тиклем теркәлергә кәрәк.
Былтыр «Арт-академия» проекты йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең «Таврида» Бөтә Рәсәй форумында 7,5 миллион һум күләмендә грант алды. Аҡса Башҡортостан Республикаһында ижади резиденцияны үҫтереүгә йүнәлтелде, «Арт-Академия» программаһын ойоштороу уның бер өлөшө булды.