«Өфөнән һөйөү менән» фильмы тағын бер наградаға эйә булды. «Еңмеш” фильмы менән киң танылыу алған йәш режиссер Айнур Асҡаровтың лирик комедияһы Борис Васильев исемендәге «Алтын Феникс» Х Бөтә Рәсәй кинофестиваленең махсус бүләгенә лайыҡ булды.
«Алтын Феникс» кинофестивале 10-сы тапҡыр Смоленск ҡалаһында 3-7 сентябрҙә үтте. Конкурс программаһында 22 фильм күрһәтелде, шуларҙың 12 тулы һәм 10 ҡыҫҡа метражлы. Жюри рәйеслеген яҙыусы һәм драматург, 30 –ҙан ашыу кинокомедия авторы Аркадий Инин башҡарҙы.
Ауыл йәштәре тормошон һәм психологияһын яҡшы белеүсе кино оҫтаһы Айнур Асҡаровтың тулы метражлы лирик комедияһын тамашасы ихлас ҡабул итте. «Өфөнән һөйөү менән» фильмы Башҡортостан башлығы гранты емеше. Фильм «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән.
Дәртле, һәләтле актерҙар заман йәштәрен уйнай. Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтып килеүсе төп герой Уралды төрлө мажаралар көтә. Егеттең һөйгән ҡыҙы вәғәҙәһендә тормай, ҡала егетенә әүрәп ҡуя. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән йөҙөктө лә һатып ебәрә. Ғаилә ҡомартҡыһын эҙләүсе Урал төрлө мажараларға тарый.