Кисә, 6 июль көнө, Өфөнөң “Родина” кинотеатрында өмөтлө йәш кинорежиссер Фәрзәнә Утарбаеваның “Мой лечащий враг” тигән икенсе фильмының премьераһы булды.
33 минутлыҡ фильмда врачтарҙың һәм пациенттарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, тормоштағы ҡатмарлы ғаилә хәлдәре сағылыш тапҡан.
Төп геройҙар – врач-невролог Рита Альбертовна (Айгөл Шәкирова) һәм уның күҙәтеүе аҫтында дауаланыусы “Эйнштейн”, йәғни хәтере юғалған Альберт исемле (Марат Ҡорбанғәлиев) оло йәштәге ир.
Фильм Өфөнөң “Медстандарт” тип аталған медицина холдингы бинаһында төшөрөлә һәм унда клиниканың реаль пациенттары, хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Әйткәндәй, “Медстандарт” фильмдың бағымсыһы ла.
Фәрзәнәнең режиссерлыҡ эше “Ҡырағай” фильмы менән башлана. Артабан да һәләтле йәш режиссерыбыҙ беҙҙе яңынан-яңы премьералары менән ҡыуандырыр, тигән өмөттәбеҙ!