12 июндә Өфө халҡы өс байрамды билдәләй – Рәсәй көнө, Өфө көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө бер көнгә тура килә. Байрам саралары ҙур һабантуйҙы хәтерләтәсәк, Өфөнөң барлыҡ райондарында ла күңел асыу саралары ойошторола. Киске сәғәт ун берҙә ҡала Советы алдындағы майҙанда байрам салюты була. Уҙған йылдарҙан айырмалы, быйыл байрам концерттарына Рәсәй эстрада йондоҙҙары саҡырылмаған.