11 сентябрҙә Башҡортостанда милли кейем көнө үтә

11 сентябрҙә Башҡортостанда милли кейем көнө үтә

Был турала бөгөн республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе һәм уның әһәмиәтлеген билдәләп үтте.

Милли костюм көнөндә ойоштороллған сараларҙың күбеһе онлайн форматта була.  

11 сентябрҙә БР мәҙәниәт министрлығы социаль селтәрҙәрҙә флешмоб иғлан итә. Унда ҡатнашыу өсөн милли кейемдә фото төшөп, #МойНациональныйКостюм, #МиллиКейем хештэгтары менән билдәләргә кәрәк. Иң яҡшы фоторәсемдәр 2021 йылғы фотокалендарҙә баҫылып сығасаҡ.

Милли кейем көнөнә арналған сараларҙы Өфөнөң “Торатау” конгресс холы янында йомғаҡлау ҡарала.  Унда “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Этнотөн” үтәсәк.  Фестивалдә ҡатнашыусылар  милли кейемдә күмәкләп түңәрәктә өйөрөләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb