112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының ойошторолоуына 75 йыл тулыу айҡанлы Өфө ҡалаһында йәйәнән атыусылар араһында турнир үтте

112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының ойошторолоуына 75 йыл тулыу айҡанлы Өфө ҡалаһында йәйәнән атыусылар араһында турнир үтте

112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының ойошторолоуына 75 йыл тулыу айҡанлы күптән түгел Өфө ҡалаһында милли йәйәнән атыусылар араһында ябыҡ турнир үтте.
Был ярышта ҡатнашыу өсөн үткән йылдың һөҙөмтәләренә ҡарап, Башҡортостандың утыҙ иң мәргән уҡсыһы һайлап алына. Ярыш 11-се Олимпия резервы спорт мәктәбендәге йәйәнән атыу тирында уҙа.
- Был сараның маҡсаты - республикала һәм Рәсәйҙә танылған, донъя кимәлендә уҙғарылған «Һыбай һәм йәйәүле йәйәнән атыу, Мәргән уҡсы III» фестиваленә әҙерлек, Башҡортостан уҡсыларының башҡа тарафтарҙа уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашыуы өсөн йыйылма команда төҙөү, - тип аңлатты бәйгене ойоштороусы, «Мәргән уҡсы» фестиваленә тәүләп нигеҙ һалыусы Юлай Ғәлиуллин.
Мәргәндәр сараға Өфө, Сибай, Учалы ҡалаларынан, шулай уҡ Бөрйән, Әбйәлил, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килгәндәр.
Утыҙ иң оҫта уҡсы араһында беренселекте Рөстәм Тләүбирҙин алды. Унан ҡала икенсе урынды Салауат Юлбирҙин (Бөрйән районы) яулаһа, «бронза миҙалға» йәнә Учалы уҙаманы, күп бәйгеләр еңеүсеһе Руслан Әхмәҙиев лайыҡ булды.
 Конкурстан тыш, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев әҙерләгән махсус призды хәрби комиссар Азамат Рыҫҡолов яуланы. Шулай уҡ 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы музейы һәм 1-се башҡорт атлы полкы ағзаларының бүләктәре, рухландырғыс сығыштары был сараға тағы ла йәм һәм бәҫ өҫтәне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb