112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ҡыҙыҡлы осрашыу үтте

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ҡыҙыҡлы осрашыу үтте

Күптән түгел Өфөнөң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ҡыҙыҡлы осрашыу уҙғарылды.
Сарала Мишкә районының Али Карнай исемендәге Оло Шаҙы мәктәбе директоры Рәфис Закиров, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ошо уҡ ауылдың Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейы хеҙмәткәре Эльвира Шәйҙуллина һәм 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты.

Осрашыуҙа балаларға Бөйөк Ватан һуғышы, данлыҡлы дивизия, Али Карнай хаҡында һөйләнек. Был музейҙа, билдәле булыуынса, дивизия хаҡында бай материал тупланған, шуға ла әлеге осрашыуҙа күберәк Али Карнайҙың тормош юлына иғтибар бирелде.

Башҡорт әҙәбиәтендә һәм журналистикаһында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес ижади ҡаһарманлығы менән йәштәргә оло өлгө була ала.

Музей хеҙмәткәре Алина Дәүләтгәрәева йәштәрҙе үҙҙәрендәге мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Киләсәктә Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусылары ла бында экскурсияға киләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb