Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын реставрациялауға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Тарихи ҡомартҡыны тергеҙеү өҫтөндә Мәскәүҙең тәжрибәле реставраторҙары Наталья һәм Елена Синицыналар эшләгән. Күп көс һәм оҫталыҡ талап иткән эш 2024 йылдың декабренән ошо көндәргәсә дауам иткән.
– Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң байраҡ Мәскәүҙә Ҡораллы көстәрҙең Үҙәк музейында һаҡланған. 1963 йылда ул Өфөгә ҡайтарыла һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ҡуйыла. Ваҡыт үтеү менән байраҡ күркәмлеген юғалта һәм музей запасында һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан республика етәкселеге ярҙамында был байраҡты реставрациялауға тотондоҡ, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Милли музейының баш һаҡсыһы Зилә Ниғмәтуллина.
Мәскәүҙә үткәрелгән тергеҙеү эше 15 өлөштән торған, шул иҫәптән фотоға теркәү, таҙартыу, һүтеү һәм нығытыу. Байраҡты йүнәткән саҡта махсус ебәк ептәр, шулай уҡ Ҡытайҙа һәм Швейцарияла етештерелгән премиаль ебәк-газ кеүек сифатлы материалдар ғына ҡулланыла. Улар туҡыманы тағы ла оҙаҡ йылдарға етерлек итеп ышаныслы нығытырға һәм уның тарихи үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.
– Боронғо ҡомартҡылар араһында байраҡтар ҙур әһәмиәткә эйә. Улар хәрби берләшмә символы ғына түгел, ә яугирҙәрҙең берҙәмлеген һәм фиҙакәрлеген кәүҙәләндерә. Был байраҡ, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларының шаһиты булараҡ, Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтары өсөн айырыуса ҡиммәтле, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зилә Фәсим Ҡыҙы.
1942 йылдың 22 мартында Ҡыҙыл Байраҡ тантаналы рәүештә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы тарафынан тапшырыла. Был байраҡ аҫтында дивизия яугирҙәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәрлек һәм батырлыҡ күрһәтә.
Байраҡ 1943 йылдың 23-24 февралендә ҡамауҙан сығарыла. Был мәлдә дивизия командиры, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов батырҙарса һәләк була.
Реставрацияланған байраҡ Еңеү Көнөндә Башҡортостан Республикаһы Милли музейында тантаналы рәүештә күрһәтеләсәк. 9 майҙан башлап, һәр килеүсе был ҡомартҡыны генерал Шайморатовҡа арналған экспозиция залында күрә ала. Ә Еңеү көнө алдынан, 7 майҙа, байраҡ «Нацизмһыҙ донъя өсөн» халыҡ-ара йәштәр форумы мәлендә «Торатау» Конгресс-холында күрһәтеләсәк.