15 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «ҠУРАЙСЫ» этно-төркөмө ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың юбилей концерты була.
Роберт Юлдашев ҡурайҙы бөтә донъяға танытты: уның таланты арҡаһында башҡорт милли уйын ҡоралын Рәсәйҙән ситтә лә белделәр һәм яратып өлгөрҙөләр.
Ул - дүрт тапҡыр ҡурайсылар конкурсы Гран-приһын яулаусы; В.В.Андреев исемендәге Бөтә Рәсәй халыҡ ҡоралдарында башҡарыусылар конкурсы лауреаты (1 премия, Мәскәү, 2003); ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының төп премияһын яулаусы (1 премия, Ҡырғыҙстан, 2007); Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
2006 йылда Роберт Юлдашев «Ҡурайсы» төркөмөн ойоштора. Коллектив сығыштарында боронғо башҡорт музыка ҡоралдары: ҡурай, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ яңғырай, уларҙың яңғырашы барабандар, джамбо, гитара, бонгтар, шейкерҙар, бубндар менән байытыла - һөҙөмтәлә музыканттарҙың үҙенсәлекле яңғырашы килеп сыға.
«Ҡурайсы» Рәсәйҙең иң яҡшы 10 этнотөркөмдәре исемлегенә инә. Һуңғы тиҫтә йылдар эсендә этно-музыканттар Башҡортостандың үҙенсәлекле визит карточкаһына әүерелде, донъяла башҡорт ҡыҙының үҙенсәлекле мәҙәниәте вәкилдәре булып тора.