18-19 май арауығында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы үткәреләсәк

18-19 май арауығында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы үткәреләсәк

Республикабыҙҙа 18-19 май арауығында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы үткәреләсәк. Әлеге ваҡытта сараға ғаризалар ҡабул ителә.

Конкурс һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт халыҡ ҡоралына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнауҙың иң яҡшы халыҡ йолаларын пропагандалау, профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар, ҡатнаш башҡарыусылар составы өсөн яңы ҡурайҙа уйнау мөмкинлектәрен асыу маҡсатында үткәрелә.

 Бәйгелә яңғыҙ башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнашыу мөминлегенә эйә. Конкурс 2 турҙа уҙа: 12 йәшкәсә, 12-16 йәштәрҙә, 16 йәштән өлкән категориялар араһында.

Бәйге шарттары буйынса оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй башҡарырыға кәрәк буласаҡ. 16 йәштән өлкән ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған яңғыҙ башҡарыусыларт өсөн талаптар юғары ҡуйылған: билет буйынса оҙон көй уйнарға тейеш буласаҡтар.

Бәйгеселәрҙе күренекле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр әһелдәренән торған жюри баһалаясаҡ.

Ғаризалар Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса йәки Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb