2020 йылда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһының саралар планы раҫланды

2020 йылда  үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһының саралар планы раҫланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 2020 йылда республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын раҫланы.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы күләмле фольклор байрамына әҙерлек сиктәрендә төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара музыкаль конкурс-фестивале, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале кеүек сараларҙы үткрәсәк. Шулай уҡ 2019 йылда «Урал батыр» этноүҙәген булдырыу күҙаллана. Сентябрҙә Өфөлә Бөтә донъя конгресы (CIOFF) үтә.

Документҡа ярашлы, 2018 йылдың тәүге яртыһында фольклориаданың логотибын һәм бренд китабы әҙерләнәсәк. Рус һәм башҡорт телдәрендә «Башҡортостан халыҡтары фольклоры» энциклопедияһы нәшер ителәсәк.

– Фольклориаданың Башҡортостанда – Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан республикала үтеүе яҡшы күренеш. Мәҙәниәттәр Көнсығыш һәм Көнбайышты ғына түгел, бөтә донъя халыҡтарын да берләштерә ала. Бер-береһенең ҡаҙаныштары менән танышып, рухи йолаларының байлығын һәм үҙенсәлеген аңлап, кешеләр мәҙәни тормошто байыта һәм ҡитғаларҙы яҡынайта, — тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — VI Бөтә донъя фольклориадаһының Өфөлә үтеүе – Башҡортостандың милләт-ара берҙәмлекте, халыҡтар дуҫлығын үҫтереүгә һәм Рәсәйҙең берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшөн таныу ул. ШОС һәм БРИКС саммиттары кеүек халыҡ-ара кимәлдәге саралар уҙғарыу тәжрибәһенә эйә булған Башҡортостан, һис шикһеҙ, ошо яуаплы эште лә атҡара аласаҡ.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb