2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына арнала, тиелә ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указда. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Был ҡарар халыҡ сәнғәтен пкиң йәйелдереү һәм мәҙәни традицияларҙы, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы, этномәҙәни күп төрлөлөктө, бөтә халыҡтарҙың һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде», - тиелә документта.

Президент Рәсәй хөкүмәтенә ике ай эсендә ойоштороу комитетын булдырырға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү буйынса төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb