2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған

2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған

Бер аҙна элек, 20 апрелдә, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу сараһы үткәйне. Унда Башҡортостан халҡы ғына түгел, сит төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәүселәр ҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәләр буйынса, диктантты 340 333 кеше яҙған.

Диктантта ҡатнашыусыларҙың 127 350-һе - башланғыс кимәлдә, 142 858-һе - ирекле аралашыу кимәлендә һәм 70 125-е - төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған. Сағыштырыу өсөн: 2022 йылда диктантты башланғыс кимәлдә - 125 179, ирекле аралашыу кимәлендә - 140 019 һәм төньяҡ-көнбайыш диалектта 69 325 кеше яҙған.

Йылдағыса диктанттың һәр ҡатнашыусыһына электрон сертификаттар тапшырыла. Улар бер ай эсендә электрон почтаға йәки телеграмма-бот аша ебәрелә. Әгәр 2023 йылдың 23 майына тиклем ҡатнашыу тураһында сертификат килмәһә, 7 (347) 246-58-24 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған
2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған
2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған
2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb