25 октябрь көнө «SAUERFEST» халыҡ-ара фестивале башлана
2016 йылдың 25-се октябренән алып декабрҙең 20-нә тиклем Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында X Халыҡ-ара «Sauerfest» орган фестивале уҙасаҡ.
Өфөлөләргә Италия, Испания, Франция илдәренең, Мәскәү, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларының орган сәнғәте оҫталары менән осрашыу бәхете тейәсәк.
«Sauerfest» орган фестивален рәсәй музыка тәнҡитсеһе, виолончелист Артем Варгафтик (Мәскәү) менән берлектә Свердловск дәүләт академия филармонияһы солисы, органист, клавесинист Тарас Багинц (Екатеринбург) алып барасаҡ.
Тамашасыларға «Бах и Мендельсон. Перезагрузка» программаһын тәҡдим итәсәктәр.
30 октябрь көнө Санкт-Петербург ҡалаһынан "Piligrim horn quartet" валторн квартетының килеүе көтөлә. "PiliGrim Horn Quartet “ репертуары бик бай, валторн квартет классикаһынан оригиналь әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. Ансамблдә Станислав Авик, Мирон Кирилл, Павел Федоров, Никита Глагольев, Иван Васильев ҡатнашасаҡ.