«Китап байрамы»нда Башҡортостандың сигелгән картаһының исем туйы үтте. Уны 28 оҫта эшләгән.
Проектта ҡатнашҡан оҫталарҙың иң йәше – Баймаҡ районынан 16 йәшлек Таңсулпан Ҡотлоғужина, ә иң өлкәне – Йылайырҙан 74 йәшлек Рәйсә Янбаева. Картаның яртыһын Ғәбиҙә Вәлиева сиккән.
Республика картаһы Башҡортостан Башлығы гранты булышлығында эшләнгән. Артабан ул август айында «Сигелгән Рәсәй» Бөтә Рәсәй фестиваленә алып барыласаҡ, һуңынан райондар буйлап йөрөтөләсәк һәм Милли музейҙа күрһәтеләсәк.