28 сентябрь - Салауат театры Өфөлә

28 сентябрь  - Салауат театры Өфөлә

 28 сентябрҙә М.Ғафури исеендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Наиль Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған "ҠЫҘҘАР КИЛДЕ АУЫЛҒА" (12+) музыкаль комедияһы күрһәтеләсәк.

Режиссеры - Азат Нәҙерғолов, Башҡортостандың халыҡ артисы;
Рәссам- Валерий Яшкулов, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Композитор - Ришат Сәғитов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Хореограф - Рәмиҙә Мөхәмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Бөтә ҡыҙҙар ҙа еңел һәм матур тормош эҙләп, ауылдан ҡалаға китәләр, хатта егеттәргә өйләнергә бер кем дә ҡалмай. Шуға күрә туйҙар ҙа үткәрелмәй, гармун уйнамай, шат бала-саға тауышы ишетелмәй... Ауыл үлә бара... Ерекле лә шундай хәлдә. Бер көн ауылға ҡыҙҙарҙан ғына торған музыкаль ансамбле концерт менән килгәнен белгәс, егеттәр уларҙы үҙҙәрендә ҡалдырырға булалар. Тик нисек ғашиҡ иттерергә?

Әгәр ҙә эшкә хәйләкәр һәм зирәк Мәстүрә апай тотонһа, һис шикһеҙ, бөтәһе лә килеп сығыр!..

Спектакль Өфө тамашасыһына билдәле драматург Наиль Ғәйетбавтың юбилейы уңайынан тәҡдим ителә.

Башлана: 19.00ч.

Касса: ☎8 (347) 272-35-33, 8-996-580-5320.

ЭЛЕКТРОН БИЛЕТТАР: https://iframeab-pre3960.intickets.ru/event/13953080

✅ ПУШКИН КАРТАҺЫ ҒӘМӘЛДӘ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb