31 ғинуарҙа Рус академия дәүләт драма театры алдында Рәсәй студенттары көнө һәм Халыҡ ара интернетһыҙ көнгә арналған ҙур концерт үтәсәк. Унда Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева, МС Баш, Алтынай Вәлитов, Зәйнетдин һәм «Elvin Grey» лейблы артистарының ҡатнашасаҡ. Байрамдың хедлайнеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей).
Байрам концерты 12-лә башлана, инеү ирекле. Ойоштороусылар майҙанға килеүселәрҙең битлектә булырға тейешлеге тураһында иҫкәртә.