5 сентябрҙә Якутов паркында «Азия моңдары һәм ритмдары» фестивале үтте

5 сентябрҙә Якутов паркында «Азия моңдары һәм ритмдары» фестивале үтте

5 сентябрҙә баш ҡаланың Якутов паркында милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Сара даими рәүештә уҙғарыла, уны ойоштороусылар булып Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.

Мәҙәни сарала Рәсәй Федерацияһы дәүләт думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтар ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов ҡатнашты. 

«Азия моңдары һәм ритмдары» фестивалендә тажик, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, үзбәк йырсылары, бейеүселәре үҙҙәренең милли-мәҙәни байлыҡтары менән таныштырҙы. Азия халыҡтарының ижад емештәре моңлолоғо, дәртлеге менән айырылып тора. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Башҡортостан күп милләтле төбәк һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың һәммәһенә лә үҙ мәҙәниәтен үҫтереү, күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр бар. Сара уларҙы дуҫлаштырыу, берләштереү майҙаны булып тора. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа дипломдар менән бүләкләнде. 

5 сентябрҙә Якутов паркында «Азия моңдары һәм ритмдары» фестивале үтте
5 сентябрҙә Якутов паркында «Азия моңдары һәм ритмдары» фестивале үтте
5 сентябрҙә Якутов паркында «Азия моңдары һәм ритмдары» фестивале үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb